Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКСИМОЧКИН Валерий Иванович

Просмотров: 890

МАКСИМОЧКИН Валерий Иванович (22.3.1952, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 1977 й. тиклем һәм 1981—2003 йй. шунда уҡ эшләй (1993—99 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р), 2004 й. алып МДУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге магнит күренештәре физикаһына, Ер ҡабығының, тау тоҡомдарының һәм тәбиғи магнит минералдарҙың магнетизмын тикшереүгә, металдарҙы емермәгән контроль һәм диагностика ысулдарын уйлап сығарыуға арналған. М. тарафынан магнит материалдарын юғары т‑ра һәм баҫым аҫтында тикшереү өсөн ҡулайламалар яһала; ферромагнит ҡоростарҙың, тау тоҡомдарының һәм ферримагнит минералдарҙың магнит үҙенсәлектәре тикшерелә, базальт титанлы магнетиттарҙың үҙенсәлектәренә баҫым һәм т‑ра тәьҫиренең законлыҡтары билдәләнә, Ер ҡабығында тау тоҡомдары магнитланыуының тәрәнлек б‑са бүленеүенең физик моделе төҙөлә. Ҡорос сымды термик эшкәртеү ваҡытында уның сифатын тикшереү өсөн автоматлаштырылған ҡулайлама, газ һәм продукт үткәргес торбаларҙың көсөргәнешле‑деформациялы хәлен контролдә тотоу өсөн прибор уйлап табыла һәм производствоға индерелә; магнит яҙманы визуализациялау ысулы тәҡдим ителә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Магнетизм минералов и геомагнетизм. Уфа, 2003. 

Н.М.Ғарифуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019