Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРС, планета

Просмотров: 946

МАРС, Ҡояштан алыҫлығы б‑са дүртенсе урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 228 млн км (1,52 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 687 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 24 сәғ. 37 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 64°48; был планета климатының миҙгелгә бәйле мөһим үҙгәрештәренә килтерә. Орбита эксцентриситетының ҙур дәүмәлдә (0,0934) булыуы планетаның Көньяҡ ярымшарында Төньяҡ ярымшарына ҡарағанда йәйҙең ҡыҫҡа һәм эҫе булыуына булышлыҡ итә. Экваториаль диам. 6,78 мең км. Массаһы 6,4•1023 кг. Уртаса тығыҙлығы 3,95•103кг/м3. Атмосфераһының химик составы: азот (яҡынса 2,7%), углекислый газ (яҡынса 95%), аргон (яҡынса 1,6%), кислород (0,15%) һ.б. Көслө елдәр планетаның күп өлөшөн ҡаплаған саң бурандарын барлыҡҡа килтерә. Поляр өлкәләре һыу һәм ҡаты углекислота ҡатышмаһынан торған йоҡа боҙ ҡатламы м‑н ҡапланған. Был боҙ эшләпәләр йыл миҙгелдәре алмашыныу м‑н ҙурая һәм кәмей. Өҫтө кратерҙар м‑н йырғыланған Көньяҡ ярымшарында Эллада, Аргир һәм Исида тигеҙлектәре урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарында кратерҙар аҙыраҡ, Фарсида тауында һәм Элизиум тигеҙлегендә ҙур көмбәҙ кеүек вулкан тау түбәләре айырылып тора. Һүнгән иң ҙур вулкан — Олимп вулканы (бейеклеге 25 км, диам. 600 км). Кратерҙар м‑н йырғыланған өлкәләрендә ҡушылдыҡтары булған ҡороған йылғалар табылған, был элек М. өҫтөндә һыу булғанлығын раҫлай. Ике тәбиғи юлдашы — Фобос һәм Деймос бар, улар экватор яҫылығында түңәрәк тиерлек орбиталар буйлап (тәүгеһе 9,4 икенсеһе 23,5 мең км алыҫлыҡта) әйләнә. М. — күк йөҙөндәге ҡыҙғылт һары төҫтәге иң сағыу яҡтыртҡыстарҙың береһе; бөйөк ҡапма‑ҡаршы торош ваҡытында ялтырауы 2,8 йондоҙ дәүмәленә етә. БР терр‑яһында Ҡояш м‑н тоташҡан мәлдәренән башҡа һәр ваҡыт күренә; М. ҡаршы торошо ваҡыты — кисен көнсығышта ҡалҡып, иртәнсәк көнбайышта байыған, төн уртаһында көньяҡта күк меридианын киҫеп үткән сағы — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор. М. кратерҙарының береһе БР‑ҙағы торама пункт хөрмәтенә Йылайыр (ҡара: Йылайыр) тип аталған.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: