Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАСТОБАЕВ Борис Николаевич

Просмотров: 735

МАСТОБАЕВ Борис Николаевич (13.6.1950, Вильнюс ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магистраль нефть үткәргестәрен асфальтлы‑ыҫмалалы һәм парафинлы ултырмаларҙан таҙартыуға, диңгеҙҙә нефть, газ сығарыу сараларын һәм технологияларын үҫтереүгә һ.б. арналған. М. тарафынан үткәргес торбаларҙағы һәм нефть һаҡлағыстарҙағы һ.б. ултырмалар менән көрәшеү өсөн химик реагенттар һәм саралар уйлап табылған. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премия лауреаты (2007, 2011). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021). 

Х е ҙ м.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций. М., 2003 (авторҙ.); Основы технической диагностики трубопроводных систем нефти и газа. СПб., 2009 (авторҙ.). 

Г.Е.Коробков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Г.Е.Коробков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.09.2022