Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 652

НИКОЛАЕВКА, С е м ё н о в к а, Благовещен р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Семёновка й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2140 кеше; 1920 — 2054; 1939 — 2002; 1959 — 1075; 1989 — 658; 2002 — 576; 2010 — 668 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға крепостной крәҫтиәндәр тарафынан Благовещен заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә, 1806 й. алып Николаев Биҫтәһе исеме м‑н билдәле. 1865 й. 166 йортта 1428 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Сиркәү (1860 й. төҙөлгән), һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү, сиркәү‑мәхәллә училищеһы, тимерлек, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.В.Дьячков ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019