Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕМАТИК ЛОГИКА

Просмотров: 1333

МАТЕМАТИК ЛОГИКА, математиканың матем. иҫбатлауҙары һәм матем. нигеҙҙәрен төҙөү мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: классик предикаттар логикаһы, алгоритмдар теорияһы, аксиоматик күмәклектәр теорияһы, иҫбатлауҙар теорияһы. Матем. ҡушымталарынан тыш М.л. фән һәм техниканың төрлө өлкәләрендә ҡулланыла: электрон хисаплау машиналарын проектлауҙа, лингвистикала, информатикала (яһалма интеллект элементтары булған системалар төҙөү: ҡарар ҡабул итеүгә булышлыҡ иткән, эксперт, мәсьәләнең сиселешен автоматик рәүештә эҙләү, ш. иҫ. теоремаларҙы автоматик рәүештә иҫбатлау, системалары) һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда яһалма интеллект элементтары булған системаларҙа М.л. ҡулланыуға бәйле проблемаларҙы тикшереү 20 б. 90‑сы йй. башлап Авиация техник университетында алып барыла (Ю.В.Орехов, А.О.Шваб). Фекер һәм предикат иҫәпләмәләре формулаларын иҫбатлау ысулдары эшләнә, улар нигеҙендә төҙөлгән алгоритмдарҙың һөҙөмтәле булыуы тикшерелә һәм уны арттырыу алымдары тәҡдим ителә (У.З.Гәрәйшина, Р.Х.Зарипова). Алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә ҡарар ҡабул итеүгә булышлыҡ иткән системалар уйлап табыла, атап әйткәндә, һалым һалыу системаһы өлкәһендә (Орехов, Зарипова).

Ю.В.Орехов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: