Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ

Просмотров: 1246

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ, танып белеү объекттарын моделдәрҙә тикшереү; характеристикаларын билдәләү һәм аныҡлау өсөн әйберҙәрҙең, күренештәрҙең (йәнле һәм йәнһеҙ системалар, инженер конструкциялары, биол., физик, химик, соц.‑иҡт. процестар) моделдәрен төҙөү һәм уларҙы өйрәнеү. Үҙ аллы фән булараҡ 20 б. 50—60‑сы йй. математика, төрлө тәбиғәт һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә формалаша. Башҡортостанда М.м.ә. ысулдары БДУ‑ла (А.М.Болотнов, В.Т.Иванов, Ф.В.Лубышев, Н.Д.Морозкин, С.И.Спивак), ӨДАТУ‑ла (Е.М.Бронштейн, В.И.Васильев, В.П.Житников, Б.Ғ.Ильясов, Н.И. Йосопова, Э.А.Мухачёва), ӨДНТУ‑ла (Р.Н.Бәхтизин, И.З.Мөхәмәтйәнов), БДУ‑ның Бөрө филиалында (С.М.Усманов), БДМУ‑ла (Л.Р.Әхмәҙиева), БДПУ‑ла (Р.М.Әсәҙуллин), БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (В.Н.Кризский, С.А.Мостафина) һ.б. үҫеш ала. М.м.ә. ысулдары геофизикала һәм нефть табыуҙа (Бәхтизин, Р.В.Вәлиуллин, Л.А.Ковалёва, Кризский, Б.И.Леви, Л.Ф.Сәйәхов), химик реакция механизмдарын идентификациялағанда һәм ҡатмарлы химик‑технологик процестарҙы оптималләштергәндә (Иванов, Мостафина, Мөхәмәтйәнов, Спивак, Усманов, Әсәҙуллин), идара итеүҙең матем. теорияһының ҡатмарлы мәсьәләләрен (Васильев, М.Б.Ғөзәйеров, Ильясов, С.Т.Күсемов), финанс һәм актуар математика (Бронштейн, Спивак), бесеү һәм төрөү (Мухачёва), иҡт. мәсьәләләрен (Р.Х.Бәхетова, Х.Н.Ғизәтуллин, И.Ү.Зөлҡәрнәй, А.М.Әхтәмов) сискәндә файҙаланыла.

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: