Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 799

НИКОЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 575 кеше; 1920 – 847; 1939 – 776; 1959 – 652; 1989 – 594; 2002 – 816; 2010 – 830 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1871 й. купчий ҡағыҙы б‑са Тамбов һәм Курск губ. күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. 172 йортта 1187 кеше йәшәгән (Сергеевка а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1875 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, шарап, һыра һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. ауылға 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Яңы Григорьевка, Сергеевка һәм 20 б. башында нигеҙләнгән Васильевка аа. ҡушылған. В.Г.Логинов, Е.Г.Сенченко, П.А.Ушаков ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019