Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР

Просмотров: 1322

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР, металдарҙан (формалы һәм табаҡлы) яһалған терәк һәм кәртәләй торған төҙөлөш конструкциялары. Файҙаланылған материалдарына ҡарап — ҡорос һәм еңел иретмәләрҙән яһалған, элементтары үҙ‑ара болттар м‑н тоташтырылған, беркетелгән, иретеп йәбештерелгәндәргә айыралар. М.к. өҫтөнлөктәре: ныҡ ышаныслы, еңел, үткәреүсән, индустриаль булыуы, киҫелештәргә форма бирә алыу, көс һалыуҙы яһалма рәүештә көйләү, терәк һәм кәртәләү функцияларын берләштереп файҙаланыу, ремонтлау мөмкинлегенә эйә булыуы, металл фондының һаҡланыуы. М.к. етешһеҙлектәре: коррозияға бирешә һәм утҡа сыҙамһыҙ. М.к. инженер ҡоролмаларында, ҙур тороҡло (40 м күберәк) ҡоролмаларҙа, мачта ҡоролмаларында, табаҡлы конструкцияларҙа (резервуарҙар, газгольдерҙар, бункерҙар) файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып “Башнефтезаводстрой”, “Востокнефтезаводмонтаж”, Өфө металл конструкциялар заводы пр‑тиелары һ.б. торлаҡ йорттарын һәм төрлө ҡоролмаларҙы төҙөгәндә М.к. монтажлай. 2008 й. ҡарай Өфөлә М.к. файҙаланылған түбәндәге проекттар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла: универсаль “Өфө‑Арена” спорт аренаһының, “Аҡбуҙат” ипподромының (“Башкиргражданпроект” ЯАЙ; Р.Н.Зубов, А.А.Плакс һ.б.), “Июнь”,“Касторама” сауҙа комплекстарының (“БашНИИстрой” ин‑ты; Р.Ф.Ваһапов, А.Л.Готман һ.б.), Өфө трансформатор з‑дының, реконструкцияланған т. юл вокзалының (“Промстройпроект”; Н.М.Коловертнова, В.В.Хәсәнов һ.б.), реконструкцияланған Өфө аэропортының, Конгресс‑холл бинаһының (ӨДНТУ; А.А.Семёнов, С.В.Филипович һ.б.) ҡапламалары һ.б. 

А.А.Семёнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: