МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ
МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Аграр университеттың а.х. өсөн белгестәр әҙерләү б‑са производство базаһы булып тора. Ҡатмарлы төҙөлөшлө иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән репродукцияларының орлоғон етештереүгә махсуслаша. 1937 й. Кама йылға пароходсылығының ярҙамсы хужалығы базаһында БАХИ‑ның уҡытыу‑тәж. хужалығы булараҡ ойошторола, 1998 й. алып хәҙ. исемендәге ДУАХП, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Миловка ауылы. 2011 й. 94 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 4618 га, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 3000 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 18,0; 2684 т иген етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 282 (60 һыйыр), йылҡы — 50; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3775 кг, йәш һыйыр малының уртаса йыллыҡ артымы — 494 г; етештерелгән (т): һөт — 23,0, ит — 29,0. Хужалыҡ м‑н М.З.Абдуллин, М.Д.Мөстәҡимова, М.А.Мәүлитов, А.В.Самороков, З.З.Шәрипов, Р.Р.Яҡупов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев