Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРСАЯПОВ Минислам Нурислам улы

Просмотров: 968

МИРСАЯПОВ Миңнислам Нурислам улы [25.11.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Айтуған а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 27.7. 1996, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны “Красная Башкирия” с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. ш. уҡ райондың Красная Башкирия а.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1974), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). 1949— 50 йй. Ейәнсура район а.х. бүлеге зоотехнигы, 1954 й. алып Сибай МТС‑ының һәм 1957 й. — Баймаҡ р‑нындағы “Сибай” с‑зының, 1962— 63 йй. — Сибай терр. производство идаралығының баш зоотехнигы. 1964—96 йй. Әбйәлил р‑нында эшләй: “Урал” с‑зы дир., 1972 й. башлап Урал аръяғы совхоздар тресы дир., 1975 й. — “Красная Башкирия” с‑зы дир., 1993 й. — дир. урынбаҫары. М. етәкс. “Красная Башкирия” с‑зы үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: 1979—83 йй. иген культуралары уңдырышлығы — 20,6 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2714 кг тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Т.Әсәҙуллин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019