Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮП ЙЫЛЛЫҠҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

Просмотров: 1073

КҮП ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер нисә йыл үҫкән һәм күп тапҡыр орлоҡ биргән ҡый үләндәре. Вегетатив юл һәм орлоҡтар ярҙамында үрсейҙәр. К.й.ҡ.ү. биол. төркөмдәре: үҙәк тамырлылар, суҡ тамырлылар, үрмәлеләр, һуғанбашлылар, бүлбелеләр, тамырһабаҡлы ҡый үләндәре һәм үренте тамырлы ҡый үләндәре. Үҙәк тамырлылар һәм суҡ тамырлылар күберәк орлоҡтан үрсей. Үрмәлеләр ерҙә түшәлгән һәм быуындарында тамырланған һабаҡ үренделәре (мыйыҡтар, һабаҡтар һ.б.) ярҙамында үрсей. Һуғанбашлылар һабаҡтың аҫҡы өлөшөндә инә һуғанбаштың төбөндә барлыҡҡа килгән һуғанбаштар, ш. уҡ орлоҡтар ярҙамында үрсей. Бүлбелеләр тамырҙарының йәки ер аҫты үренделәренең итләс ҡалынайыуы, ш. уҡ орлоҡтар ярҙамында үрсей. Иген культураларының, күп йыллыҡ үләндәрҙең, аралыҡлы культураларҙың һ.б. сәсеүлектәрен ҡыйлаусы тамырһабаҡлы һәм үренте тамырлы үләндәр төп К.й.ҡ.ү. булып тора. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: сәсеү әйләнешенең алмаш уңдырышлылығын үҙләштереү, агротехника һәм ер эшкәртеү системаһы тәртибен һаҡлау, гербицидтар ҡулланыу һ.б. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии /Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1985; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: