Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИШЕР

Просмотров: 1354

КИШЕР (Daucus), сельдерей һымаҡтар (сатыр һымаҡтар) ғаиләһенә ҡараған ике, һирәкләп бер йыллыҡ үлән заты. 60‑ҡа яҡын төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән үҫемлек булараҡ һирәкләп ябай К. осрай, уның культуралы формалары (сәсеү К.) үҫтерелә. Ике йыллыҡ үҫемлек, үҫеүенең 1‑се йылында япраҡ розеткаһы һәм тамыраҙыҡ, 2‑се йылында — орлоҡ бирә. Япрағы оҙон һаплы, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленгән. Сәскәлеге — күп һанлы аҡ төҫтәге ваҡ сәскәнән торған ҡатмарлы сатыр. Емеше — ҡоро ҡуш орлоҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы яҡынса 2 г. Тамыраҙығы йомро, конус һәм цилиндр формаһында, ҡыҙғылт һары, һары һәм аҡ төҫтә, ауырлығы 30—200 г. Тамыраҙығының составында шәкәр (10%‑ҡа тиклем), каротин (25 мг%‑ҡа тиклем), тимер, кальций, фосфор һ.б. бар. К. — оҙон көн үҫемлеге, һыуыҡҡа һәм ҡоролоҡҡа сағыштырмаса сыҙамлы. Вегетация осоро 110—130 көн. Төп элгәрҙәре — иртә өлгөрөүсе картуф, иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, ҡуҙаҡлылар, ҡыяр, томат. Яҙын (апр. аҙ. — май башы) бер юл (рәт араһы 45 см), ике юл (рәт араһы 20 см һәм буй араһы 45 см) м‑н буйлап, һыҙатлап сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы 2—4 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 3 см. Респ. К. сәсеү майҙандары яҡынса 3 мең га тәшкил итә (2011). Иң юғары уңдырышлылығы 400 ц/га (“Әғли”, 2011) була. Аҙыҡ итеп сей, консерваланған һәм киптерелгән килеш файҙаланыла, кулинарияла ҡулланыла. К. каротин (А провитамины) алына. К. орлоғонда булған эфир майы ликёрараҡы сәнәғәтендә, парфюмериякосметика сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. К. тамыраҙығы — а.х. малдары өсөн ҡиммәтле аҙыҡ. 100 кг тамыраҙыҡта 14 мал аҙығы берәмеге, 0,8 кг үҙләштерелеүсе протеин бар. К. агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 30‑сы йй. башлап Аграр университетта (Н.Ә.Ғәлиев, Р.Р.Исмәғилев, Д.А.Костылев, С.Н.Сәмиғуллин һ.б.) алып барыла. К. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са Витаминная 6, Нантская 4, Шантенэ 2461 һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Галеев Н.А. Промышленное возделывание моркови. Уфа, 1985.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: