Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРОЗОВ Николай Филиппович

Просмотров: 1016

МОРОЗОВ Николай Филиппович (1.7.1924, Ырымбур губ. Яңы Николаевка а. — 20.3.1994, Туймазы ҡ.), урман белгесе. РСФСР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1968). БАХИ‑ны тамамлаған (1961). 1942 й. алып Туймазы тәж.‑үрнәк урман хужалығында эшләй: 1958 й. башлап өлкән урмансы, 1973—85 йй. ген. дир. урынбаҫары — баш урмансы. М. ҡатнашлығында ылыҫлы ағастар орлоғон ҡыш алдынан сәсеү, күп тармаҡлы йырынды нығытыу ысулы, йырын‑һыҙалы ерҙәрҙе һәм ваҡ йылғаларҙың текә ярҙарын урман‑мелиорация‑хужалыҡ б‑са үҙләштереү технологияһы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә, Туймазы р‑нында ҡарағастан торған урман ултыртмалары булдырыла. 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. РСФСР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Туймазыла М. исеме м‑н урам аталған һәм һәйкәл ҡуйылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019