Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРЯКОВ Юрий Петрович

Просмотров: 1479

МОРЯКОВ Юрий Петрович (27.2.1937, Өфө ҡ. — 2.3.1997, БР‑ҙың Баймаҡ районы Йылайыр совхозының Үҙәк усадьбаһы а., хәҙер шул уҡ райондың Урғаҙа а.), агроном. РФ‑тың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Баймаҡ районында эшләй: “Еңеү” колхозы агрономы, 1962 й. алып “Һәүәнәк” совхозының, 1964 й. — Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығының, 1968 й. — “Баймаҡ” совхозының, 1973 й. — “Йылайыр” совхоз-техникумының баш агрономы. М. тарафынан Урал аръяғы дала зонаһында игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы алымдары, ҡара һолоға ҡаршы көрәш буйынса агротехник ысул индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1976). 

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023