Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОҠАТАНОВ Әсхәт Хәтмулла улы

Просмотров: 1356

МОҠАТАНОВ Әсхәт Хәтмулла улы (10.4.1936, Свердловск өлк. Елпачиха а. — 3.08.2010, Өфө), тупраҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1999). Биол. ф. д‑ры (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Яҡут ер төҙөлөшө экспедицияһында, 1962 й. — “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑тының Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһында инженер‑тупраҡ белгесе (Өфө). 1965 й. алып Биология ин‑тында: 1978 й. — өлкән, 1986 й. — төп, 1993—2010 йй. баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың тау туп‑ раҡтарын, төбәктең тупраҡ япмаһын дифференциациялау законлыҡтарын өйрәнеүгә, тупраҡты ҡулланыуҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ булған йүнәлешен эшләүгә арналған. БАССР‑ҙың (1975, 1990) һәм РСФСР‑ҙың (1988) тупраҡ карталарын төҙөүҙә ҡатнаша. М. тарафынан терр‑яларҙы тупраҡ‑экологик районлаштырыу һәм БР тупраҡтарын агропроизводство йәһәтенән төркөмләү үткәрелә, улар адаптив игенселек системаһының нигеҙе булып тора. Уның тарафынан тупраҡ эволюцияһының 2 ҡануны (тәбиғи шарттарҙа һәм антропоген тәьҫирҙәрҙе иҫәпкә алып) тәҡдим ителә. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2001).

Х е ҙ м.: Почвы Башкортостана: в 2 т. Уфа, 1995—1997 (авторҙ.); Вопросы эволюции и районирования почвенного покрова Республики Башкортостан. Уфа, 1999; Особо ценные почвы Башкортостана. Уфа, 2004. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019