Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ

Просмотров: 977

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ (ингл. mulch — һалам, тиреҫ һ.б. м‑н ҡаплау), агро‑ техник алым, тупраҡты мульча м‑н тотошлай йәки рәт аралаш ҡаплау. М.й. тупраҡтың кибеүен кәметә, эрозиянан һаҡлай, ҡыртышланыуын иҫкәртә, файҙалы микрофлораның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, т‑ра режимын көйләй, ҡый үләндәренең шытып сығыуын тотҡарлай һ.б. Мульча итеп ваҡланған һалам, бысҡы онтағы, махсус ҡағыҙ, серетмә һ.б. ҡулланыла. Составында углеводтар булған материалдар (һалам, бысҡы он‑ тағы) м‑н М.й. осрағында тупраҡта микроорганизмдарҙың азотты йотоуы көсәйә һәм өҫтәлмә рәүештә азотлы ашламалар индереү талап ителә. Ел эрозияһы булған райондарҙа иген культураларын үҫтергәндә мульча итеп ҡамыл һәм ваҡланған һалам тотонола (ҡара: Тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү). М.й. ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығын күтәрә (бигерәк тә ҡоролоҡ булғанда), йәшелсә культураларын, емеш культураларын, техник культураларҙы һ.б. үҫтергәндә ҡулланыла. Мульча ҡатламын булдырып ер эшкәртеү системаларын өйрәнеү б‑са фәнни тикшере‑ неүҙәр 20 б. 60‑сы йй. алып Аграр университетта (Я.З.Ҡәйепов, Г.Н. Лысак, Р.С.Кирәев, М.Ғ.Сираев һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Р.Ә.Ҡәйепҡолов, Ҡ.З.Хәлиуллин һ.б.) һәм Биология институтындаф (Р.Я.Рамаҙанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) үткәрелә. Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында һаламдан мульча йәйеп, тупраҡты яҫы төрән м‑н эшкәрткәндә яҙғы бойҙайҙың уңды‑ рышлылығы 21,7 ц/га артҡан, мульча йәймәйенсә һөргәндә — 18,0 ц/га тәшкил иткән (1986—88). “Стәрлетамаҡ” тәжрибә‑производство хужалығында, мульча йәйеп, таҙа парҙарҙы чизель ярҙамында эшкәрткәндә һәм аҙаҡтан ҡамыллы ергә сәскәндә ужым бойҙайының уңышы 2,7 ц/га артҡан (1999— 2003). Шулай уҡ ҡара: Игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы.

Әҙәб.: Минимальная обработка и воспроиз‑ водство плодородия типичного чернозёма /Л.И.Салишев [и др.]. Уфа, 1993; С и р а е в М.Г. Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006; ш у л у ҡ. Наука и практика землепашцев. Уфа, 2007. 

М.Ғ.Сираев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: