МӨХӘМӘТОВ Әсғәт Миңлебай улы
МӨХӘМӘТОВ Әсғәт Миңлебай улы [18.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ибрай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 25.3.2002, Горки ҡ.], агроном. А.х. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). Белорус ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса а.х. ин‑тын (1951), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1955) тамамлаған. 1955 й. алып Мещовск а.х. техникумы (Калуга өлк.) дир. урынбаҫары, дир., 1959 й. — Красноярск а.х. ин‑тында уҡыта, бер үк ваҡытта уҡытыу-тәж. хужалығында баш агроном. 1966—98 йй. Белорус а.х. акад. уҡыта (Горки). Фәнни тикшеренеүҙәре иген культураларының күп продукция бирә торған сәсеүлектәрен булдырыуға һәм уларҙы үҫтереүҙең интенсив технологияларын эшләүгә арналған. 150 фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Биологические особенности и интенсивная технология возделывания озимой пшеницы. Варшава, 1990; Формирование высокопродуктивных агрофитоценозов зерновых культур. Горки, 1992 (авторҙ.); Технология производства и качество продовольственного зерна. Минск, 1996 (авторҙ.).
Р.Р.Исмәғилев
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев