Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НАДЕЖДА”, предприятие

Просмотров: 860

“НАДЕЖДА”, ААЙ. Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Константиновка ауылы. Составына 3 һөт‑тауар фермаһы, үҫемлекселек цехы, мини‑пекарня, билмән цехы һ.б. инә. 3 фирма магазины бар. 2013 й. 298 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 10867 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 9158 га, тәшкил иткән. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары — 22,8, шәкәр сөгөлдөрө — 505,2, күп йыллыҡ үлән бесәне — 22,3; етештерелгән (т): иген — 8,3, шәкәр сөгөлдөрө — 37,9. Һыйыр малы һаны — 2114 (605 һыйыр), йылҡы — 90; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4000 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 348 г; етештерелгән (т): һөт — 2120, ит — 181. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1919 й. “Ҡарлыман” с‑зы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып “Ҡарлыман” с‑зы МУП‑ы, 2001 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын (Мәскәү, 2007), бронза миҙалдары (Мәскәү, 2008, 2009), БР Хөкүмәтенең 1‑се, 2‑се дәрәжә дипломдары (2001, 2003, 2005—06, 2008, 2010, 2012—13) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019