Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘЖМИЕВ Тимерхан Сафуан улы

Просмотров: 1197

НӘЖМИЕВ Тимерхан Сафуан улы [18.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ябалаҡ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 18.5.2004, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып 7 йыллыҡ Ябалаҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, 1947—51 йй. һәм 1954—87 йй. Илеш р‑нының “Искра” к‑зы рәйесе. Н. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы — 25,8 ц/га; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2237 кг тәшкил иткән (1966—70). БАССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1981), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Н. исеме м‑н Ябалаҡ а. урам аталған.

Х е ҙ м.: Каждому полю Знак качества. Уфа, 1978.

Әҙәб.: О р л о в В. Емелина гора //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина 

П.: Т.С.Нәжмиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019