Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы

Просмотров: 1432

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы (15.6.1935, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Үрге Әрмет а. — 14.6.1995, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) һәм 1963— 83 йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1969 й. — лаб. мөдире, 1975 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1981 й. — БДМИ‑ла: 1983 й. — балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы курсы м‑н коммуналь гигиена каф., 1990—91 йй. — токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә‑яҡ мөхит гигиенаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге санитар токсикология, нефть, нефтехимия һәм химия сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан райондарҙа халыҡ һаулығын һәм тирә‑яҡ мөхитте санитар һаҡлау проблемаларына, тирә‑яҡ мөхиттең техноген бысраныуын кәметеү, ш. иҫ. һыу ятҡылыҡтарын санитар һаҡлау, б‑са сараларҙы гигиеник баһалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. тикшеренеү һөҙөмтәләре һыуҙа, тупраҡта һәм һауала 30‑ҙан ашыу химик матдәнең ПДК‑һын нигеҙләү өсөн файҙаланылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Окружающая среда и человек. Уфа. 1978; Химизация и охрана окружающей среды. Уфа, 1983; Химизация нефтегазодобывающей промышленности и их охрана окружающей среды. Уфа, 1989 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019