Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы

Просмотров: 933

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы (28.10.1937, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Ҡәйүп а. — 25.9.2012, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1966), 1971 й. алып ш. уҡ эшләй (1986—89 йй. онкология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эндоскопик хирургия, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының ашығыс хирургияһы, онкология, сәнәғәт пр‑тиелары эшселәренең ашҡаҙан‑эсәк юлдары ағзалары ауырыуҙарын дауалау хирургияһы проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында дауалау эндоскопияһы өсөн энә, гастродуодено‑анастомоз һалыу, йыуан эсәктең тартылыу функцияһы боҙолоштарын билдәләү алымдары эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Диабетическая стопа. Уфа, 2005 (авторҙ.); Диагностика трудных случаев острого аппендицита. Уфа, 2005 (авторҙ.); Язвенная болезнь желудка. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019