Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨСЛИМОВ Сәғит Әсхәт улы

Просмотров: 634

МӨСЛИМОВ Сәғит Әсхәт улы (14.7.1948, БАССР‑ҙың Шишмә районы Йәрми а.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2001). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИ‑ны тамамлаған (1977), 1980 й. алып шунда уҡ эшләй, 1985 й. башлап Өфө ҡ. 10‑сы дауаханаһында лаборатория мөдире, 1991 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2012 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы трансплантациялау һәм регенерациялауға, регенератив хирургияның морфологик нигеҙҙәренә, аллоген биоматериалдар ҡулланып күҙ һәм пластик хирургия өсөн трансплантация технологияларын эшләүгә, гепатобилиар система ауырыуҙарын дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында аллоплант биоматериалдары, күҙ алмаһы конъюнктиваһы пластикаһы өсөн трансплантаттар, трансплантатты реципиенттың иммун реакцияһынан һаҡлау алымдары, сей яра ауырыуын, бауыр циррозын дауалау ысулдары һ.б. эшләнә.

  Х е ҙ м.: Морфологические аспекты регенеративной хирургии. Уфа, 2000; Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2023