Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСТАФИН Айрат Харис улы

Просмотров: 713

МОСТАФИН Айрат Харис улы (11.7.1959, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1991 й. тиклем Өфө ҡ. 8‑се дауаханаһында эшләй. 1992 й. алып БДМУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта клиника директоры урынбаҫары; 2005 й. башлап Республика клиник дауаханаһында. Фәнни эшмәкәрлеге бауыр, үт ҡыуығы һәм үт юлдары ауырыуҙарын, ш. иҫ. вируслы гепатитты, бауыр циррозын, шештәрҙе, поликистозды, гемангиомаларҙы, паразитар ауырыуҙарҙы диагностикалауға һәм хирургик, ҡатнаш дауалау ысулдарын камиллаштырыуға; бауыр һәм үт юлдары хирургияһында пластик материалдарҙы ҡулланыуға арналған. М. ҡатнашлығында бауырҙың усаҡлы ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулы, йәбешеүгә ҡаршы һәм асыҡ яраларҙы эндоскопик ҡаплатыу өсөн ҡатнаш биоматериалдар алыу ысулдары, бауыр биопсияһы һәм уны резекциялағанда гемостатик йөй һалыу өсөн ҡоролмалар һ.б. эшләнә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2019).

 Х е ҙ м.: Хирургическое лечение повреждений печени. Уфа, 1997 (авторҙ.); Хирургия печени и желчных путей. Ростов н/Д, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023