Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘЕЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1223

МӘҺӘҘЕЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙә‑ генән Т.‑Көнс. 44 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 256 кеше; 1920 — 365; 1939 — 147; 1959 — 169; 1989 — 273; 2002 — 335; 2010 — 319 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Элгеләү” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әхмәр Мәһәҙиев билдәле. Шу‑ лай уҡ Түңгәүер исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 13 йортта 45 кеше йәшәгән, 1866 й. М. (Машбет‑салы) 37 йортта — 201 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған. М. эргәһендәге Оло һәм Кесе Әпшәк йй. йылға бағырының тәбиғи резерваты — тәбиғәт ҡомартҡыһы. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: