Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҒАШЛЫ-АЛМАНТАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1069

МАҒАШЛЫ-АЛМАНТАЙ, Ҡ а б ы р ғ а, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 542; 1939 — 424; 1959 — 392; 1989 — 293; 2002 — 293; 2010 — 248 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түб. Һикеяҙ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Себер даруғаһы Ҡара-Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1727 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Мағашлы-Ҡабырға исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Кесе Алмантай булараҡ теркәлгән. 1783 й., 1798 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында ш. уҡ шарт тарҙа мариҙарҙың яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1795 й. 63 кеше иҫәпкә алынған, 1965 й. Мағашлы (Ҡабырға; 22 йортта 108 кеше йәшәгән), Алмантай (Ҡабырға; 27 йортта — 155 кеше) аа. теркәлгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. бакалея кибете булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: