Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 918

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Маҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 920 кеше; 1920 – 992; 1939 – 1386; 1959 – 1194; 1989 – 962; 2002 – 966; 2010 – 1019 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Маҡар урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ә.Б.Мөхәмәтҡолов музейы, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, 1755 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1735 й.) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы сотник Һөйәрғол Маҡаров билдәле. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 36 йортта 274 кеше йәшәгән, 1865 й. 102 йортта – 668 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсебе, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа һәм алтын приискыларында эшләгәндәр. М. улус идараһы урынлашҡан, мәсет, 2 училище, һыу тирмәне, 14 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. мәктәбе, 3 һыу тирмәне, тимерлек, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында ш. уҡ тирмән ташы һәм ағас әйберҙәр яһау булған. Ауыл эргәһендәге Ҡарауылтау, Ҡыҙылташ, Селтәрлеуртаташ төбәктәре, Ҡолоҡ й. тирә-яғы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Г.Р.Абдуллина, К.А.Вәлиев, Г.Б.Ҡарамышев, Ғ.Х.Ҡарамышев, Й.И.Ҡарамышев, М.Б.Ҡарамышев, Ә.Б.Ҡарамышев, Мөхәмәтҡолов, Сәсәниә, Ә.А.Таһирова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019