Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКСИМОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 751

МАКСИМОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 604 кеше; 1920 — 634; 1939 — 451; 1959 — 198; 1989 — 377; 2002 — 330; 2010 — 293 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1868 й. купчий ҡағыҙы б‑са Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Курск, Тамбов, Чернигов губ. күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. 60 йортта 454 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1876 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, май һығыу оҫтаханаһы, тимерлек, ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү, ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: