Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 779

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920 — 304; 1939 — 355; 1959 — 324; 1989 — 200; 2002 — 204; 2010 — 179 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1698 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫа‑ ба ерҙәрендә Ҡанмырҙа исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала. 1707 й. ш. уҡ шарттарҙа бында мариҙарҙың яңы төркөмө килеп ултыра. 18 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә (йорт старшинаһы исеменән, уның улы Шатлыҡ Мишәров билдәле). 1865 й. 26 йортта 100 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: