МОРАҠ БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ
МОРАҠ БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1946 й. Күгәрсен р‑нында Дәүләкән педагогия училищеһы базаһында асыла. 1955 й. училище составына Йылайыр педагогия училищеһы индерелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу (1947 й. алып) бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барылған. Китапханаһы, ярҙамсы хужалығы, емеш баҡсаһы, автомашинаһы булған. Йыл һайын 300‑ҙән ашыу уҡыусы белем алған. Уҡыу йорто м‑н Ф.Ф.Абдуллина, Х.С.Фәритов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле була. 1,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, улар араһында Р.Ф.Байбулатов, И.Ғ.Вәлитов, М.В. Зәйнуллин, Ғ.Ш.Илешев, К.Ғ.Ишбаев, В.Ш.Псәнчин, З.Ғ.Ураҡсин, Р.В.Әлмөхәмәтов. 1958 й. ябыла.
А.Ф.Илтенбаев, Р.В.Әлмөхәмәтов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина