МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы
МОРТАЗИН Ғилмулла Миңлеғәли улы [14.7.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 6.10.2003, С.‑Петербург], педагог-методист. Пед. ф. канд. (1964), проф. (1985). РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1933) 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Бәләбәй пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы, ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире, 1951—62 йй. — директоры. 1963—93 йй. БДУ‑ла (1965—85 йй. пед. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре урта мәктәптә тәбиғәтте өйрәнеү һәм биологияны уҡытыу методикаһына, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған. 10‑дан ашыу уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Родная Башкирия. Уфа, 1978 (ав‑ торҙ.); Активные формы и методы обучения биологии. М., 1979.
Т.И.Әминев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина