Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ

Просмотров: 1258

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ, дөйөм белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусылар тарафынан танып белеү һәләттәрен һәм соц. аралашыуҙы үҫтереүҙе тәьмин иткән дөйөм белемдең башланғыс белемен үҙләштереү, ш. уҡ уҡыу эшмәкәрлегенең төп күнекмәләрен формалаштырыу. РФ-та балаларҙы башланғыс уҡытыу 7 (6) йәштән башлана, уҡыу курсы — 4 йыл.

Башҡортостанда Б.б. нығыныуы мәсеттәр эргәһендә дини мәктәптәрҙең таралыуы м‑н бәйле. 18 б. 20-се йй. алып урыҫ телле уҡыу йорттары асыла башлай (Өфөлә тел өйрәнеү, цифир мәктәптәре, Ырымбур ҡ. “татар уҡыусылары” мәктәбе). 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында ведомствоһына, финанслау сығанағына, уҡыу курстары һәм программаларына ҡарап айырылған башланғыс мәктәптәрҙең 20-нән ашыу төрө була (земство мәктәптәре, министрлыҡ мәктәптәре, тау үҙидаралығы мәктәптәре, ш. уҡ йәкшәмбе мәктәптәре, миссионер мәктәптәре, туғандаш, башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр, казак мәктәптәре, кантон мәктәптәре, мәҙрәсә эргәһендә урыҫ кластары һ.б.). 1880‑се йй. уртаһынан сиркәү‑мәхәллә мәктәптәре һәм грамота мәктәптәре үҫешә. Б.б. беренсе баҫҡысы булып 3 йыллыҡ уҡыу курсы м‑н 1 класлы башланғыс мәктәптәр тора, икенсе баҫҡысы — Халыҡ мәғарифы министрлығының 2 класлы “өлгөлө” училищелары, 4—5 йыллыҡ уҡытыу курсы м‑н 2 класлы сиркәү- мәхәллә һәм ҡала мәхәллә мәктәптәренең бер өлөшө, юғары баҫҡыс — ҡала училищелары һәм өйәҙ училищелары. Мәктәп йәшендәге балаларҙы башланғыс белемгә йәлеп итеү 1915 й. 35%‑тан артмаған (башҡорттар араһында 30%). 1911 й. башланғыс мәктәп уҡытыусыларының 30%‑ы дөйөм урта йәки махсус белемле булған. 1917 й. Өфө губ. 2009 башланғыс мәктәптең 1339-ы земствоға, 221-е Халыҡ мәғарифы министрлығына, 370-е дини ведомствоға, 79-ы башҡа ведомстволарға ҡараған. 1917 й. бөтә башланғыс мәктәптәр дәүләткә күсә. “РСФСР берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында положение” (1918) б‑са башланғыс мәктәптең төп төрө булып 8—13 йәшлек балалар өсөн 5 йыллыҡ (1923 й. алып 4 йыллыҡ) уҡыу курсы м‑н 1-се баҫҡыс мәктәптәре тора (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре). 1920 й. Бәләкәй Башҡортостанда 1-се баҫҡыслы 1858 мәктәп (123 мең уҡыусы) эшләй. 1930 й. БАССР-ҙа 1-се баҫҡыс мәктәптәрендә 38,5% башҡорт, 44,2% татар, 55,2% урыҫ уҡый. 30‑сы йй. башына дөйөм мәжбүри башланғыс белем индереү м‑н уҡыуға балаларҙың 99,2%‑ы (362 меңдән ашыу бала) йәлеп ителә. Мәктәп белеме структураһы яйға һалынғас (1934), башланғыс мәктәп берҙәм дөйөм белем мәктәбенең бер өлөшөнә әйләнә. 50‑се йй. аҙағында Б.б. программалары СССР Пед. фәндәре акад. етәкселегендә эшкәртелә һәм тулыландырыла. Башланғыс мәктәп уҡытыусыларының әҙерлегенә һиҙелерлек иғтибар бүленә: 30‑сы йй. уртаһында 15 пед. техникум (педагогия училищеларына үҙгәртелә) эшләй; 1975 й. башланғыс класс уҡытыусыларының 69%‑ы юғары белемле була. 70-се йй. алып уҡыу курсы ҡыҫҡара (3 йыл); В.В.Давыдов һәм Д.Б.Эльконин, Л.В.Занков, С.Н.Лысенкова һ.б. инновацион белем системаһы тарала, традицион уҡыу программалары һәм дәреслектәре м‑н бер рәттән альтернатив һ.б. төрҙәре барлыҡҡа килә. БР-ҙа башланғыс учреждениелары уҡыусылары һаны: 1995 й. — 21380, 2009 — 9095. 21 б. башынан респ. Б.б. камиллаштырыу б‑са эш алып барыла, туған телдә уҡыу, башҡ. булмаған милләттәргә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү һ.б. өсөн мөмкинлектәр булдырыла.

Респ. Б.б. үҫеше тарихына Р.З.Алмаев, Ә.Ә.Йәнекәев, Ф.Х.Мостафина, М.Н.Фәрхшатов, С.Р.Әлибаев һ.б. хеҙмәттәре арналған. БР-ҙа Б.б. пед. һәм методика өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, башланғыс мәктәп өсөн кадрҙар әҙерләү БДПУ‑ның Педагогика ин‑тында, Сибай институтында, Бөрө социаль‑педагогия академияһында, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында, Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., пед. урта махсус уҡыу йорттарында алып барыла.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001; Мухамедьянова Г.М. Модернизация школьного и начального профессионального образования на рубеже веков на примере системы образования Республики Башкортостан. Уфа, 2005; Алмаев Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019