Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕКАМА МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 866

НЕФТЕКАМА МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1984 й. машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: иретеп йәбештереү производствоһы, йылылыҡ тәьминәте һәм йылытыу техникаһы ҡорамалы, машиналар эшләү технологияһы, электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, компьютер системаларында программалау, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, янғын хәүефһеҙлеге һ.б. Китапханаһы, ятағы, спорт комплексы, производство оҫтаханалары бар. 10,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013). Колледж бинаһына беренсе директоры Р.Х.Хәниповҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1998). 

Р.Я.Әхмәтшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019