Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЗАМОВ Илүс Мөбәрәк улы

Просмотров: 775

НИЗАМОВ Илүс Мөбәрәк улы (2.8. 1931, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ҡарайерек а.), педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Ваныш урта мәктәбенең уҡыу бүлеге мөдире, 1962—64 йй. Борай р‑ны Тепляк урта мәктәбе директоры. 1967 й. алып Бөрө пед. ин‑тының дөйөм физика каф. мөдире, 1972—2000 йй. БДПУ‑ның техник уҡытыу саралары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында физиканы уҡытыу методикаһы проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни һәм ғилми‑методик эш, ш. иҫ. “Физиканан техник йөкмәткеле мәсьәләләр” (“Задачи по физике с техническим содержанием”) йыйынтығы, авторы. 

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019