Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОВ Григорий Петрович

Просмотров: 943

НИКОВ Григорий Петрович (28.7.1924, Рязань өлкәһе Нащи а. — 9.8.2016, Өфө ҡ.), педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Н.П.Никовтың ағаһы. Киев педагогия институтын тамамлаған (1952). 1941—42 йй. “Башнефтестрой” тресында (Ишембай ҡ.) эшләй. 1955 й. алып Салауат ҡ. 1‑се урта мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 й. — директоры, 1959 й. — мәктәп-интернат директоры, 1963 й. башлап СДПИ‑ла (1969 й. алып уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор), 1973—2001 йй. БДПУ‑ла (1985 й. тиклем педагогия кафедраһы мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларға тәрбиә биреү һәм һөнәр һайларға өйрәтеү мәсьәләләренә арналған. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Прививая интерес к учению. Уфа, 1986; Воспитание гражданина. Уфа, 1987.  

Х.Х.Лоҡманова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022
Связанные статьи: