Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕРӘҮЕШЛЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1284

МЕРӘҮЕШЛЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Түб. Бикҡужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта 1‑се Мерәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 105 кеше; 1920 — 412; 1939 — 345; 1959 — 170; 1989 — 73; 2002 — 119; 2010 — 109 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йомағужа урта мәктәбе №1 филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 1891 й. һуң Ырымбур өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре тарафынан утар булараҡ нигеҙ һалына. 20 б. 20‑се йй. М. Курасов утары (20 б. башында мордвалар нигеҙләгән) ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендәге Юрмаш төбәгендә үҫкән оҫҡон йыуаһы популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: