Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 785

МОҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 146 кеше; 1920 — 245; 1939 — 246; 1959 — 262; 1989 — 159; 2002 — 167; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Исем урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ даруғаның Ҡара- Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары, үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1768 й. алып Бәкер исеме (тәүге төпләнеүсе Бәкер Иғембәтов исеменән) м‑н билдәле. 1795 й. 21 йортта 177 кеше йәшәгән, 1866 й. 24 йортта — 130 кеше, М. (Моҡай, Бәкер) булараҡ иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. М. (Ҡурмыш) исеме м‑н теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: