Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 934

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1951 й. нефть техникумы булараҡ асыла, 1974 й. С.И.Кувыкин исеме бирелә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 1957 й. Геологоразведка техникумы, 2014 й. — Һөнәрселек лицейы №56 м‑н берләштерелә. Дүртөйлө ҡ. филиалы бар (1966). Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә нефть һәм газ скважиналарын быраулау, нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы, уларҙы разведкалау, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауҙың геофизик ысулдары, сәнәғәт ҡоролмаларын монтажлау һәм техник файҙаланыу, тәбиғәт‑хужалыҡ комплекстарын рациональ файҙаланыу, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү, файҙаланыу һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. Китапханаһы, 2 ятағы, механик оҫтаханалары, спорт комплексы, нефть промыслаһы ҡорамалдары полигоны бар. 24 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында Рим А.Вәлиуллин, Н.М. Ҡолбахтин, С.Т.Пашин, И.Б.Поляковский, З.М.Хөсәйенов, А.Й.Әхмәтгәрәев. Уҡыу йорто ӨДНТУ, Пермь милли тикшеренеү ун‑ты, Ҡазан (Волга буйы) федераль ун‑ты, Әлмәт нефть ин‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Г.С.Рамазанов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019