Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВ Мартиниан Иванович

Просмотров: 1454

ИВАНОВ Мартиниан (Мартемьян) Иванович (1812—?), урыҫ тел белгесе. И. тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның Неплюев хәрби училищеһын тамамлауы (1831; ҡара: Неплюев кадет корпусы) һәм шунда уҡ уҡытыуы, Архангел баҡыр иретеү заводында идарасы булыуы билдәле. “Татар грамматикаһы”нда (“Татарская грамматика”) Ырымбур башҡорттары теле миҫалында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен: [һ], [ҙ], [ҫ] фонемалары, эйәлек килештә -дың/-дең, төшөм килештә -ды/-де аффикстары ҡулланылыуын һ.б. айырып күрһәтә. “Татар хрестоматияһы”н (“Татарская хрестоматия”; 2 бүлектә, 1842 й. баҫыла) төҙөй. Хрестоматияның тәүге өлөшөндә — башҡорттарҙың, татарҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың фольклор (йомаҡтар, йырҙар, мәҡәлдәр, риүәйәттәр, әйтемдәр, әкиәттәр һ.б.) һәм йәнле һөйләү телмәре өлгөләре, икенсеһендә төрки телендә көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәренең өҙөктәре бирелгән. 1896 й. И. хрестоматияның һүҙлекле 2‑се баҫмаһын әҙерләй (баҫылмаған). “Татар хрестоматияһы”ның 1‑се баҫмаһының ҡулъяҙма нөсхәһе — Ғилми китапханала, 2‑се баҫмаһының ҡулъяҙмаһы Санкт‑Петербург ҡ. РФА‑ның Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында һаҡлана.

 Әҙәб.: И ш б и р ҙ и н Э.Ф, Ғ ә л ә ү е т д и н о в И.Ғ., Х а л и ҡ о в а Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө,1993.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.06.2023