Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗАФЕТ

Просмотров: 1809

ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм компоненттар бәйләнешендә морфол. күрһәткестәре булмаған һүҙбәйләнештәр; эйәреүсе компоненттың шартлы билдәһенә күрһәтәләр, эйәртеүсе компонент материалды, енесте, һөнәрҙе, форманы һ.б. аңлата: “көмөш тәңкә”, “гармунсы егет”, “бүкән баш” һ.б. 2‑се һәм 3‑сө төрҙәренә башҡарылыу нигеҙендә яһалған һәм эйәлек мөнәсәбәттәрен аңлатыу өсөн хеҙмәт иткән һүҙбәйләнештәр ҡарай (ҡара: Эйәлек категорияһы); 2‑сеһенә эйәреүсе компонентта эйәлек аффиксы булыу хас, эйәртеүсе компонент төр мәғәнәһен аңлата: “һыйыр һөтө”, “бойҙай бөртөгө”, “халыҡ йырҙары” һ.б.; 3‑сөһөнә эйәртеүсе һүҙгә эйәлек килеш аффиксы һәм эйәреүсе һүҙгә эйәлек аффиксы ҡушылыу хас: “ҡулдың көсө”, “йөрәгемдең тибеше” һ.б.

Әҙәб.: Гарипов Т.М. К семантической природе тюркского изафета //Исследования по семантике: общие вопросы семантики. Уфа, 1983

В.Ш.Псянчин, В.Ә.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: