Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨЛКӘТ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 803

МӨЛКӘТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 93 кеше; 1920 — 196; 1939 — 86; 1959 — 163; 1989 — 209; 2002 — 212; 2010 — 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Әбдүш һәм Вәлит Мөлкәтовтар билдәле. 1795 й. 19 йортта 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 24 йортта — 109 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. Ғабдулйәлил а. (19 б. башында нигеҙләнгән) м‑н ҡушыла. М.А.Нафиҡов ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019