Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы

Просмотров: 1151

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы [27.2.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түбәнге Ҡасмаш а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 24.9.2020, Йошкар‑Ола ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Эл Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Мари педагогия институтын тамамлаған (Йошкар‑Ола ҡ., 1952). 1955 й. алып СССР ФА-ның Тел ғилеме институты (Мәскәү ҡ.), 1958—96 йй. (өҙөклөк менән) Мари ҒТИ (1960—63 йй. һәм 1975—96 йй. сектор мөдире) хеҙмәткәре, 1963—72 йй. Мари педагогия институтында, 1996—2009 йй. Мари университетында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре мари теленең фонетикаһы, грамматикаһы, лексикографияһы, диалектологияһы мәсьәләләренә, шулай уҡ мари‑төрки, мари-урыҫ тел‑ара контакттарын өйрәнеүгә арналған. Вуз өсөн уҡыу әсбаптары авторы.

  Хеҙм.: Деепричастия в марийском языке. Йошкар-Ола, 1961; Марийско-тюркские языковые контакты: в 2 ч. Йошкар-Ола, 1989—1994; Марий исторический фонетика. Йошкар-Ола, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Р.З.Мерәҫов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.09.2022
Связанные темы рубрикатора: