Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 793

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 439; 1939 — 348; 1959 — 318; 1989 — 196; 2002 — 193; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер да‑ руғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус сотнигы Монас Иманов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мәрйенғол, Мүрйенғол, Манас, Сауҡалы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 20 йортта 84 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 163 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. Ф.Н.Байышев, Ф.Ф.Ислахов, В.Ғ.Хәйруллина ошо ауылда тыуған. 

 Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019