Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРАҠАЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 842

МОРАҠАЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙә‑ генән Т.‑Көнс. 79 км һәм Мораҡай т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 323 кеше; 1920 — 398; 1939 — 325; 1959 — 310; 1989 — 291; 2002 — 293; 2010 — 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Балапан урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Сынбулат, Иманһары, Мәүлит, Ҡаҙыбай Мораҡаев‑ тар билдәле. 1795 й. 26 йортта 184 кеше йәшәгән, 1866 й. 64 йорт‑ та — 409 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл эргәһендә Мораҡай ҡурғанда‑ ры һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Көркәк тауы урынлашҡан. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019