Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 635

МЫРҘА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Таҙлар т. юл ст. Т.‑Көнб. 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 285 кеше; 1920 — 350; 1939 — 368; 1959 — 224; 1989 — 177; 2002 — 183; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (20 йортта 114 кеше иҫәпкә алынған). 1865 й. 35 йортта 205 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Шулай уҡ Яңы Шәрипҡол, Мәсетле, Таҙлар булараҡ теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: