Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОТАЛОВА Эльвира Ғәзиз ҡыҙы

Просмотров: 707

МОТАЛОВА Эльвира Ғәзиз ҡыҙы (27.12.1960, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Л.Н.Минһажетдинованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1984— 85 йй. Респ. кардиология диспансерында, 1988 й. алып Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында, 1989 й. — БДМУ‑ла эшләй: 2011 й. башлап уҡытыу‑методика идаралығы нач. (бер үк ваҡытта 2003 й. алып 1‑се госпиталь терапияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының, ш. иҫ. йөрәктең ишемия ауырыуының һәм гипертония ауырыуының, патогенезы, уларҙы һәм уларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иртә диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемаларына, гипотензив сараларҙың тәьҫире һөҙөмтәлелеген, миокард инфаркты үткәргән пациенттарҙы реабилитациялауҙың физик сараларын өйрәнеүгә, хроник йөрәк хәлһеҙлегенән йонсоған ауырыуҙарҙың тормош сифатын асыҡлауға арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней. Уфа, 2006 (авторҙ.); Современные подходы к диагностике, лечению и профилактике заболеваний опорно‑двигательного аппарата. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019