Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОФАЗАЛОВА Наталья Альберт ҡыҙы

Просмотров: 838

МОФАЗАЛОВА Наталья Альберт ҡыҙы (15.10.1962, Өфө), фармаколог, терапевт. Мед. ф. дры (2002), проф. (2008). РФ-тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге мед. токсикологияһы проблемаларына, фагоциттарҙың, антиоксидант һәм гепатобилиар системаларҙың морфофункциональ торошона ксенобиотиктарҙың зарарлаусы йоғонтоһо механизмдарын өйрәнеүгә, полихлорбифенилдарҙың, шештәргәҡаршы препараттарҙың иммуномодуляторҙар һәм майҙарҙы иретеүсе витаминдар ҡулланып кеше организмына ағыулы тәьҫирен кәметеү ысулдарын эшләүгә арналған. 150нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Фармакологическая коррекция иммуно и гепатотоксических эффектов ксенобиотиков. Уфа, 2002; Нестероидные противовоспалительные препараты. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019