ЫНЙЫ СӘСКӘ
ЫНЙЫ СӘСКӘ (Convallaria), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Ҡайһы берҙә үҙ аллы төрҙәргә айырылыусы бер нисә ярым төрө булған 1 төрө — май Ы.с. билдәле. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Тарбаҡлы тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы уҡ һымаҡ, бейеклеге 15—25 см. Япраҡтары тамыр янында урынлашҡан (ғәҙәттә улар 2), оҙонса эллипсҡа оҡшаш, осло, оҙон еңсәләре була. Сәскәһе аҡ, һирәгерәк аҡһыл ҡыҙыл төҫтә, шар‑ҡыңғырау формаһында, һалынҡы, сәскә эргәлеге 6 тешле. Сәскәлеге — һирәк тәлгәш, сәскәләре берәрләп оҙон сәскә һаптарындағы ярылы сәскә яны япраҡтарының ҡуйынында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙыл еләк, авг.—сент. өлгөрә. Киң япраҡлы, һирәгерәк ҡатнаш урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Ҙур булмаған әрәмәлектәр м‑н Башҡортостандың Урал алдында осрай. Составында йөрәк гликозидтары булған май Ы.с. ер өҫтөндәге өлөштәре медицинала файҙаланыла. Декоратив үҫемлек, фитодизайнда ҡулланылған аҡһыл ҡыҙыл шар һымаҡ сәскәле баҡса формалары була.
С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова