Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕТЕНСӘ

Просмотров: 636

ЕТЕНСӘ (Thesium), һандал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 350 төрө билдәле. Евразияның һәм Африканың тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡолаҡсынһыҙ Е., ялан Е., һындырылған Е. үҫә. Күп йыллыҡ ярым паразит үлән, бейеклеге 7—45 см. Һабағы нәҙек, ҡырлы йәки бураҙналы, төҙ йәки күтәрелеүсән, тармаҡлы, ҡолаҡсынһыҙҙыҡы ябай, йышыраҡ яңғыҙ, ҡыҫҡа япраҡтарҙан торған өлпө м‑н тамамлана. Япрағы тар, ҡыяҡ йәки ланцет‑ҡыяҡ формаһында, шыма ситле, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт йәки һарғылт, ике енесле, ултырма йәки ҡыҫҡа сәскә һабында, япраҡтарға ҡапма‑ҡаршы йәки уларҙың ҡуйынында урынлашҡан. Сәскәлеге — ябай һепертке һымаҡ йәки тармаҡланмаған суҡ. Май— июлдә сәскә ата. Емеше — сәтләүек. Болонда, ҡоро урман ситендә, далала үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарынан тыш, респ. барлыҡ терр‑яһында таралған. Составында алкалоидтар бар. Ағыулы үҫемлек.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019