Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН ПАРКТАРЫ

Просмотров: 1131

УРМАН ПАРКТАРЫ, ҡалалар һ.б. торама пункттар сиктәрендәге тәбиғи урман массивтары участкалары. Рекреацион һәм ландшафт функцияларын үтәй, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү урыны булып тора. Бер нисә йөҙҙән алып 2—3 мең га тиклем майҙанды биләй. У.п. санитар һәм ландшафт ҡырҡыуҙар үткәрелә, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыла, ландшафт‑архитектура һәм спорт‑һауыҡтырыу комплекстары, ял итеү зоналары булдырыла, йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар һалына һ.б. Башҡортостанда У.п. башлыса Өфөлә тупланған: М.Ғафури ис., Башҡортостан урмансылары ис., М.И.Калинин ис. У.п. Парктарҙың нигеҙен киң япраҡлы урмандар, ш. уҡ ылыҫлы (себер шыршыһы, сәнскәкле шыршының зәңгәр төҫтәге формаһы, Сукачёв ҡарағасы, Себер аҡ шыршыһы, ябай ҡарағай, көнбайыш туяһы һ.б.) ултыртмалар һәм ландшафтар төркөмө тәшкил итә. 500‑ҙән ашыу төр көпшәле үҫемлектәр, ш. иҫ. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, үҫә. У.п. юғары антропоген йөкләнеш кисерә, был үҫемлектәр донъяһының структураһы һәм төр составы үҙгәреүенә, үлән япмаһының иҙелеүенә һәм юҡҡа сығарылыуына, тупраҡтың тығыҙланыуына, ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәренең тәбиғи тергеҙелеүе түбәнәйеүенә һәм туҡталыуына килтерә. У.п. һаҡлап ҡалыу һәм реконструкциялау өсөн урман хужалығы саралары комплексы үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Рекреацион ағас ултыртыу.

А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2024