Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 1567

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ, Башҡортостан Респ. дәүләт власы органдарының Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың төрлө яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге. М.с. БР Конституцияһына (1993), “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” (1991), “Мәғариф тураһында” (1992), “Мәҙәниәт тураһында” (1993), “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың милли-мәҙәни берекмәләре тураһында” (1998), “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” (1999) һ.б. закондарға ярашлы тормошҡа ашырыла. М.с. маҡсаты — Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың сәйәси, соц., иҡт. һ.б. хоҡуҡтарын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн уларға булышлыҡ итеүҙең бөтөн бер системаһын булдырыу; халыҡтарҙың милли үҙаңын һәм этник үҙенсәлеген үҫтереү; милләт-ара татыулыҡты нығытыу. 2002 й. 2003— 12 йылдарға “Башҡортостан халыҡтары” программаһы, 2003—11 йылдарға “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү программаһы”, 2006 й. “2006—10 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһы” һ.б. ҡабул ителә. Программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡала һәм район хакимиәттәре, йәмәғәт милли- мәҙәни берекмәләре, тарихи-мәҙәни үҙәктәр, БР Халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡатнаша. Даими рәүештә респ. йәшәгән халыҡтар съездары, милли мәҙәниәт байрамдары һәм фестивалдәре, милләт-ара мөнәсәбәттәргә арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә. РФ субъекттарында башҡорттарҙың (2010 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, БР‑ҙан ситтә башҡорттарҙың 26,5%‑ы йәшәй) милли үҙаңын һәм этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү өсөн БР Хөкүмәте ҡарары м‑н 2008—17 йылдарға “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” программаһы (2007) раҫлана. Шулай уҡ ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре.

Әҙәб.: Этнокультурные и этнополитические процессы в XXI веке: материалы Междунар. науч.‑практ. конф. Уфа, 2008; Ф а й з у л л и н Ф.С., З а р и п о в А.Я. Этнос как субъект общественных отношений. Уфа, 2013. 

 

Р.М.Вәлиәхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: